Актер-трагик Мөхтәр Мутин. Үҙе йәшәгән заманды хөкөм итергә хаҡлы шәхес

мутин– Ҡарағыҙ, ҡыр ҡаҙҙары! – тип ҡысҡырып ебәрҙе берәү.

Ҡыр ҡаҙҙары… Ниндәй сәбәп табып осһон улар Колымаға? Тирә-яғыма ҡарайым һәм йыраҡтағы тау битләүенән ҡыр ҡаҙҙарын хәтерләтеп, бер-бер артлы теҙелеп, ярым үле, бөкөрәйгән ғәриптәр төшөп килгәнен күрәм. Яурындарында ауыр сытыр бәйләме. Ғәриплектән түгел, күберәк аслыҡтан һәм ауыр эштән аяҡтарын саҡ ҡыбырлаталар.

Ҡаҙҙар өйөрөнөң көтөүсеһе лагерҙың ҡапҡаһына килеп етте. Оҙон хәрби шинель кейгән дәү конвоир журнал буйынса билдәләй башланы. Бында хатта ҡәбергә лә список менән һалалар ине.

3– Иванов, үт!

– Баҙарбаев, үт!

– Пятница, үт!

Эләгә-йығыла, ишелеп барған аяҡтарын саҡ ҡуҙғатып, яғыулыҡ әҙерләүселәр берәмләп лагерға инә. Иң һуңғыһы, бөтөнләй йонсоған һәм көсһөҙләнгән ғәрип, ҡапҡаға барып етә алманы, ҡоланы. Яурынындағы сытыр бәйләме ергә сәселде. Конвоирҙың эте бауынан тартылып, алға ынтылып ҡуйҙы. Бауҙы бушатҡанын һиҙеп, эт бисараға ташланды һәм арестанттың өҫтөндәге аламаны йолҡҡоларға тотондо. Конвоирҙар тамаша ҡылды:

– Шайтан, тешлә шул бандитты. Һөс!

Йыртылған бушлаттан аҡ ҡойон булып мамыҡ киҫәктәре осто. Конвоирҙар тамашаны хахылдашып ҡарай бирҙеләр. Бахыр ғәрип уҫал овчарка үңәсенән эләктерәсәгенән ҡурҡып, ергә ҡапланып ятты. Ҡоторған хайуан арестанттың сепрәк кәпәсен өҙгөләгәндә, һаҡсыларҙың береһе килеп, бисараны бер-нисә тапҡыр типкеләп алды.

– Тор, контра, баракта аунарһың.

– Эй, артист Мутин, – тип ҡысҡырҙы ҡапҡаның эске яғындағы конвоир.

– Инәңде… Етәр комедия ҡорорға! Хәҙер мин үҙем һиңә тамаша ойошторам. Йүгер, тотма бригаданы!…

41941 йылдың яҙында булған был фажиғәнең шаһиты – татар яҙыусыһы Ибраһим Салахов. Аҙаҡ, ярты быуат үткәс, был ҡот осҡос күренеш уның “Колыма хикәйәләре”ндә һүрәтләнәсәк. “Отелло менән ике осрашыу” тип атала ул.

Егерменсе быуат Отеллоһы Мөхтәр Мутин… Бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был исемде бик һирәктәр генә белә. Йәки был исем менән бөтөнләй таныш түгелдәр. Ә заманында уның исеме Ырымбур, Ҡазан һәм Өфөнөң ҙур сәхнәләре менән бәйле булған. Дөрөҫөрәге, был сәхнәләр уның исеменә бәйле. Ул тыуҙырған образдар Мәскәү, Әстрхан һәм Себер тамашасыларын ғашиҡ итә. Ваҡытлы матбуғатта уның хаҡында бай йөкмәткеле ҙур күләмле мәҡәләләр йыш баҫыла. Ике театр – башҡорт һәм татар театры – һәр береһе Мөхтәр Мутинды тик үҙ театрының ғына актеры итеп күрергә теләй. Был факттарға бөгөн дә дәлилдәр табырға мөмкин. Шуларҙың береһе – Татарстан Республикаһының Милли архивында һаҡланған Башсовнарком эргәһендәге сәнғәт эштәре буйынса идараның начальник урынбаҫары Мортазин-Иманскийҙың татар дәүләт театрының ул саҡтағы директоры Йосоповҡа яҙған хаты. Хатта һүҙ Мөхтәр Мутинды 1936 йылда Башҡорт академия драма театрына ҡабат ҡайтарыу тураһында бара. Башҡорт театрына нигеҙ һалыусы Вәлиулла Мортазин-Иманский театр тарихына бағышланған хеҙмәттәрендә лә Мөхтәр Мутиндың башҡорт театрындағы фиҙәҡәр хеҙмәтен бик юғары баһалай. Мәҫәлән, 1929 йылда, театрҙың ун йыллығына арналған “Башҡорт театрына ун йыл” тигән мәҡәләһендә. “Башҡорт театрының тарихы – революция ялҡынын, граждандар һуғышы юлдарын үткән тарих. Ул – ат арбаларында меңәр саҡрым юлдар уҙып, ауыл менән ҡала араһын бәйләп торған мәҙәни, сәйәси, ижтимағи һуҡмаҡ. Ошо мәҙәни, сәйәси һәм ижтимағи һуҡмаҡтың ҙур ҡаһармандарың береһе – Мөхтәр Мутин”, – тип яҙа.

5Театр белгесе В. Немирович-Данченко: “Театр донъяһын өйрәнеүҙе актер яҙмышын өйрәнеүҙән башларға кәрәк”, – тип билдәләй. Ысынлап та, Мөхтәр Мутиндың театр юлындағы 30 йыллыҡ хеҙмәтен генә лә өйрәнеү, Башҡортостан һәм Татарстан театрҙарының профессиональ үҫешен, илдең сәйәси һәм ижтимағи хәл торошон барларға ҙур мөмкинлек бирәсәк.

Тарихсы Әнүәр Әсфәндиәровтың “Миңзәлә ауылы башҡорттары” китабында шундай юлдар бар: “Мөхтәр Мутин – башҡорт дворяндары Мутиндар нәҫеленән. Мутиндар Ҡазан юлы Гәрәй волосының Таҡталасыҡ ауылынан (хәҙерге Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районы). Ырыу 1745 йылда Гәрәй волосында старшина булған Мөтөй (Мутя – С.Г.) Йәнурусовтан тарала. Башҡортостан Хөкүмәте ағзаһы, башҡорт милли хәрәкәте етәкселәренең береһе Илдархан Мутин да ошо нәҫелдән. Ул 1859 йылда XI башҡорт кантонының юрта старшинаһы булып торған Ибраһим Мутиндың улы”, – тип яҙылған. Мөхтәр Мутиндың атаһы Исхак шул Ибраһимдың ике туған ҡустыһы.

Мөхтәр Мутин 1885 йылдың 25 декабрендә тыуа. Татарстан Республикаһының Милли архивында һаҡланған, уның үҙ ҡулы менән тултырылған анкетаға ярашлы, милләте – башҡорт. Белеме – башланғыс. Был анкета 1929 йылда тултырыла һәм “Анкета для лиц, подвергающихся проверке и чистке по низовому Советскому аппарату” тип атала. Татар театры тарихын өйрәнеүселәр тыуған йылын 1886 йылдың 2 ғинуары тип билдәләй. Атаһы Исхаҡ заманына күрә ауылдың иң уҡымышлы кешеләренең береһе. Уның тураһында ҙур кәүҙәле, киң урынлы, йыуан беләкле, йәнеңде алырҙай ғәйрәтле кеше ине, тигән иҫтәлектәр һаҡланған. Таҡталасыҡ ауылында, мәктәптең алма баҡсаһы урынлашҡан ерҙә, уның ике ҡатлы амбары, ҙур йорто тора. 1921 йылғы янғын бөтә мөлкәтен юҡ итә. Оло улы Искәндәр башында урыҫ фуражкаһын йөрөткән, таҙа кәүҙәле, ҡурҡыу белмәҫ егет була. Һалым һылтауы менән ярлы крәҫтиәндәрҙән тартып алынған малдарҙы Искәндәр шул уҡ төндә урлап, хужаларына кире ҡайтарып бирер булған. Искәндәр Ағиҙелде ат менән йөҙөп сыҡҡанда, ат аяҡтары дилбәгәгә еләгеп, һыуға батып үлә. Мөхтәргә биш йәштәр самаһы булғанда әсәһе Мәрйәм иренең ҡырыҫ холҡона сыҙамай, тыуған яғы Бәләбәйгә күсеп ҡайта һәм Мөхтәрҙе гимназияла уҡытыуға ирешә. Гимназияны тамамлағас, Өфөләге Үҙәк мосолман диниә идаралығында бухгалтер булып эш башлай, әммә оҙаҡ эшләй алмай, “Ғәлиә” мәҙрәсәһе шәкерттәре менән спектаклдәр ойошторғаны өсөн идаралыҡтан ҡыуыла. Был хаҡта Рахманҡоловтың “Советская Татария” гәзитендә 1976 йылдың 27 ғинуарында “Один из первых” тип аталған мәҡәләһе бар.

1908 йылда Мөхтәр Мутин Ҡазанға юллана. 1909 йылдың көҙөндә Ҡазан тамашасылары алдында тәүге тапҡыр сығыш яһау бәхетенә ирешә. “Халыҡ-ара күргәҙмә” исеме аҫтында үткән был сарала Ғәбитов етәкселегендәге труппа тарафынан ҡуйылған “Алдым – бирҙем” спектаклендә Әхмәҙи ролен башҡара. Ғаяз Исхаҡиҙың саф татар тормошонан алынып яҙылған (Ғаяз Исхаҡи был пьесаһын саф татар әҫәре тип атай һәм был пьеса Октябрь революцияһына тиклем Ғабдулла Кариевтың “Сәйәр”, Вәлиулла Мортазин-Иманскийҙың “Ширкәт” труппалары репертуарында үҙәк урынды биләп тора – С. Г.) пьесалағы беренсе роле уға ҙур ғына уңыш килтерә. Теүәл ете йылдан, 1916 йылдың 21 апрелендә, Ырымбурҙа “Ширкәт” труппаһы артисы Мөхтәр Мутин тап ошо пьесаны ҡабатлап үҙенең тәүге бенефисында уйнаясаҡ. Был турала Ырымбурҙа сыҡҡан “Ваҡыт” газетаһының 2007-се номерында былай тип яҙыла: “21 апрелдә ҡала театрында “Ширкәт” труппаһы артистарынан Мөхтәр әфәнде Мутиндың бенефисы булды – “Алдым — бирҙем” уйналды. Яҙ етеп, ҡышҡы театр сезоны тамамланып барыуға ҡарамаҫтан, халыҡ күп ине. Бенефис хужаһының үҙенән тормаған сәбәптәр арҡаһында уйын бер аҙ уңайһыҙлыҡтарға юлығып башланһа ла, яҡшы һәм тулы сыҡты. Урыны-урыны менән уйынға яңы рух бирелеп, ғәҙәттәгенән артыҡ булған ерҙәре лә булды. Ханымдарҙан Сәмитова, Сумчинская, Иманская, Зәбироваларҙың сығыштары һәм Ғәлиә ролен башҡарыусы Әхмәрованың халыҡ араһына сығып ризаһыҙ уҡылған никахҡа протест иғлан итеүе, яңы тормоштоң иҫке тормошто тәнҡитләүе халыҡ тарафынан алҡыштарға күмелде. Мутин был көн пьесаның баш ҡаһарманы (геройы – С.Г.) Ибраһим һәм Әхмәҙи ролдәрендә сығыш яһаны. Башҡа любителдәрҙең тәжрибәһеҙлектәре арҡаһында ҡайһы бер ролдәр йомшаҡ сыҡһа ла, Садыҡ ролендәге Мортазиндың ҡотло уйыны был кәмселектәрҙе кәметте. Өсөнсө күренеш һуңында бенефис хужаһына бер-нисә ҡиммәтле бүләктәр менән конверт эсенә һалынған аҡса тәҡдим иттеләр”.

1910 йылдарҙа артист Мутин Пермь, Силәбе, Троицк һәм Ырымбур ҡалаларында ҡала йәштәрен туплап спектаклдәр ҡуя, әҙәби кисәләр ойоштора. 1910 йылдың аҙағында ҡабат Өфөгә ҡайта һәм 1911 йылда Өфөнән Себер яғына, унан Волга буйҙарында гастролдә булып, Ырымбур, Әстрхан ҡалаларына юллана. Татар театрына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, Татарстандың атҡаҙанған артисы Барый Тарханов (псевдоним, үҙ фамилияһы Ғафаров – С.Г.) Мутин менән беренсе танышыуы тураһында былай тип яҙа: “1911 йылда мин артистар Мөхтәр Мутин һәм Фәттәх Латыповтарҙың Пермь ҡалаһына килеүҙәрен ишетеп ҡалдым һәм берәүҙән дә һорап тормай, уларҙың беҙҙең өйәҙ ҡалаһына ла килеп китеүҙәрен үтенеп хат яҙҙым. Оҙаҡ та үтмәй улар Көнгөргә килеп төштө. Минең хатты алғас, улар үҙҙәрен ҙур кеше саҡырған икән тип уйлағандар. Миңә ул саҡта бары 15 йәш самаһы ине. Мине бер аҙ шелтәләп тә алдылар, ләкин эш уҙған ине. Улар расход тотоп килгәндәр. Шуға мин уларға ярҙамға килдем. Концерт ҡуйырға урын табыштым, афишалар баҫтырыу сараһын күрҙем. Ҡалала татар халҡы аҙ булғанлыҡтан, улар 20 һумлыҡ зыян күрҙеләр. Аҙаҡ Көнгөр йәштәре уларҙың тағы ла бер-нисә көнгә ҡалыуҙарын үтенде. Бер нисә көндән ҡалала йәшәүсе башҡа халыҡтарға ла иҫәп тотолоп, “Шәрек кисәһе” яһалды. Был кисәлә “Ҡазанға сәйәхәт” спектакле уйналды. Мин Вәли ҡарт ролен башҡарҙым”. Был хаҡта Татарстан Республикаһының Милли архивында Сәхибъямал Ғиззәтуллина-Волжскаяның шәхси фондында һаҡланған ғәрәп графикаһындағы китапта яҙылған. Китаптың исеме “Татар театры. 1906-26 йыл” тип атала.

Шул уҡ йылда Семипалатинскиҙа ”Артист Мутин килгән” тигән һүҙ бөтә йәштәр араһында йәшен тиҙлеге менән тарала. Күп ғазаптар менән спектакль ҡуйыуға рөхсәт алына. Шулай итеп, Семипалатта ла татар театрының беренсе сәхнәһен Мутин аса.

Мутин 1912-1915 йылдарҙа Сәхибъямал Ғиззәтуллина-Волжская тарафынан Өфөлә ойошторолған “Нур” труппаһында уйнай. Был уның яҙмышында һәм ижадында ҙур боролоштар яһаған осор. Был хаҡта “Башҡортостан” гәзитенең 1928 йылда баҫылып сыҡҡан бер мәҡәләһендә былай тип яҙыла: “1912 йылдың декабрь аҙаҡтарында Мөхтәр Мутин менән Ғиләж Ҡазанский Бөрө ҡалаһына театр уйнарға барып, ҡатын-ҡыҙ роленә кеше таба алмай аптырап йөрөгәндә, Лиза исемле ҡыҙҙың сәхнәгә сығыу теләге барлығын белеп ҡалалар. Лиза – урыҫ ҡыҙы. Фамилияһы – Шляхтина. Ата-әсәһе башҡорттар менән тығыҙ аралашып йәшәгәнлектән, Лиза бала саҡтан башҡорт телен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе яҡшы белеп үҫә. Сәхнәгә башлап сығыуына ҡарамаҫтан, бик тырышып Йәмилә һәм Ғәйни ролдәрен башҡара. Сәхнә менән “ағыуланып” өлгөргән Лиза киләсәк яҙмышын театр менән бәйләргә теләүен белдерһә лә, уның был теләгенә Мөхтәр Мутин ҡаршы сыға. Театр донъяһының ни тиклем ауыр булыуын аңлата. Ләкин Лиза 1913 йылдың ҡышында Өфөгә күсә”. Шулай итеп, совет театр сәхнәһенең билдәле актрисаһы һәм режиссеры Елизавета Шляхтина-Сыртланова Мутиндың фатихаһы менән театр донъяһына аяҡ баҫа. Елизавета Сыртланова Мөхтәр Мутиндың тәүге ҡатыны.

1915 йылдың 16 ноябрендә Ырымбурҙа Шәриф Камалдың “Хажи әфәнде өйләнә” тигән беренсе һәм берҙән-бер комедияһы ҡуйыла. Төп ролдәрҙе Г. Манғушев (Юныс хажи), М. Мутин (Жәләл), В. Мортазин-Иманский (Ғәбделхаҡ), С. Ғиззәтуллина-Волжская (Камила) башҡара.Спектаклде элекке “Сәйәр” һәм “Нур” труппалары артистарынан төҙөлгән “Ширкәт” труппаһы ҡуя. “Ширкәт” Мортазин-Иманский тарафынан Ырымбурҙа төҙөлә һәм халыҡ телендә ул “Мортазин-Иманский театры” булып йөрөй. 1915 йылдың октябренән 1916 йылдың апреленә тиклем “Ширкәт” труппаһы 18 спектакль ҡуя. Бигерәк тә Г. Гейненың “Альмансор”ын тамашасылар йылы ҡабул итә. 26 мартта ҡуйылған был спектакль тураһында “Ваҡыт” газетаһында былай тип яҙыла: “Спектаклдең иң ҙур уңышы – Хәсән ҡарт роле. Ролдең уңышы, әлбиттә, башҡарыусынан – Мутиндан килә ине”.

Октябрь революцияһын Мутин Ҡазанда ҡаршы ала. Әммә Өфө һәм Ырымбур сәхнәләрен дә ташламай. 1918 йылда артист Зәйни Солтанов менән Әстрханға килә һәм ҡала йәштәре менән театр труппаһы ойоштора. Режиссер Мутин тарафынан сәхнәгә Шиллерҙың “Юлбаҫарҙар” трагедияһы ҡуйыла, төп роль Карл Моорҙы үҙе башҡара. Автор тарафынан “романтик драма” тип билдәләнгән әҫәрҙе ул “трагедия” дәрәжәһенә күтәрә ала. “Үҙ ҡанундарына үҙҙәре буйһоноп, кеше талау, кеше үлтереүгә тиклем барып еткән юлбаҫарҙарҙың барлыҡ ғонаһтары өсөн яуап биреү атаман елкәһенә төшә. “Карл – Мутин сәхнәлә, ысынлап та, үҙ ихтыяжынан тыш енәйәтсегә әйләнә ине”, – тип яҙа Татарстанда сыҡҡан ваҡытлы матбуғат.

Революция дәүерендә Ҡазанда Үҙәк хәрби коллегияның политотделында кульпросвет рәйесе була, 1920 йылда ТАССР-ҙың Наркомпросында театр бүлеген етәкләй. Татар театры өсөн махсус бина һалдырыуға ирешкән кеше лә ул.

Мөхмәт Мутин 1923 йылдың башында Башҡортостанға юллана. Тарихи Башҡортостан ерендә тыуып үҫкән кешене башҡорт ерҙәре үҙенә тарта, тип уйлай күптәр. Әммә сәбәбе башҡасараҡ була шул. Етәксеһеҙ тороп ҡалған театрҙы ул етәкләргә тейеш, тип ышана театр эшен аңлаған кешеләр. Тик, ниңәлер, ваҡиғалар икенсе төрлө боролош ала. Ә бында, башҡорт дәүләт труппаһында, әлбиттә, уны ихлас ҡабул итәләр. Ул Өфөгә ҡайтыу менән башҡорт театрының репертуарында донъя һәм рус классикаһы әҫәрҙәре ныҡлап урын ала башлай. Башнаркомпросс уға ҙур бурыс йөкмәтә – театрҙың баш режиссеры вазифаһын һәм театрҙағы башҡорт теле мәсьәләһен. Талантлы етәксе, талантлы режиссер, талантлы актер арымай-талмай башҡорт театрына хеҙмәт итә башлай. Ә тегендә, Татарстанда, ҡалған театр ҙа уның өсөн бик ҡәҙерле. Ул уға нигеҙ ташы һалған. Ул ошо театрға һулыш бүләк иткән кеше. Башҡорт дәүләт труппаһына (рәсми документтарҙа ул шулай атала – С. Г.) ике уңышлы сезон бүләк иткәндән һуң ул ҡабат Ҡазанға китә.

Тамашасылар, Мөхтәр Мутин ижадына һоҡланып, уны “йыһан төптәрен уйнай алыусы берҙән-бер артист” тип билдәләй. “Был әҫәрҙе уйнай алыу ғына түгел, хатта ҡарап ултырыу һәм яҡшы аңлау өсөн үҙеңдә ҙур мәҙәни аң булыуы кәрәклеген аңлайһың. Сәхнәлә беҙ Мутин урынына арыҫлан кеүек үкерә торған, йылан кеүек бөгөрләнә торған ҡара ғәрәп Отеллоны күрәбеҙ”, – тип һоҡланып яҙа “Ҡараһаҡал” псевдонимы менән Нәҡи Иҫәнбәт “Башҡортостан” гәзитенең 1923 йылдың 16 декабрендә баҫылып сыҡҡан “Отелло” тигән мәҡәләһендә. 1927-1928 йылдарҙа Мөхтәр Мутин Башҡорт дәүләт театрында эшләй.

1926 йылда Татарстандың атҡаҙанған артисы исеменә лайыҡ була. “Хеҙмәт ҡаһарманы” тип атаясаҡтар уны (“Хеҙмәт ҡаһарманы” тигән исем рәсми исем булараҡ ҡулланыла – Г.С.) Ә теүәл туғыҙ йылдан “хеҙмәт ҡаһарманы”нан “халыҡ дошманы”на әйләнәсәк. Ҡулға алынғанда уны халыҡ дошмандары менән, башлыса Башҡорт милли хәрәкәте ағзалары Илдархан Мутин һәм Харис Йомағолов менән булған бәйләнештә ғәйепләйәсәктәр. Илдархан Мутин – туғаны, Ә Харис Йомағолов Мутинды талантлы актер һәм театр эшенең оҫтаһы булараҡ белә. Шуға ла 1919 йылдың 2 авгусында Ҡазанға Ҡулаев исеменә телеграмма ебәрә. Телеграммала: “Предложите Мухтару Мутину работать в области музыки, искусства Башкирии”, – тигән юлдар бар. Тимәк, Бәләкәй Башҡортостандың баш ҡалаһы Стәрлетамаҡта төҙөләсәк Башҡорт хөкүмәт труппаһын (рәсми документтарҙа шулай атала – С.Г.) ул етәкләргә тейеш була.

Тәбиғәте менән уҫал, тура һүҙле, урыны менән хатта дыуамал холоҡло була Мөхтәр Мутин. Бер заман ул коллегаһына: “Мин сәхнәлә арыҫлан булып үкергәндә, һин шул тирәлә уралған көсөк кенә”, – тип әйтә. Теге уның был һүҙҙәрен ғәфү итмәй. Мөхтәр Мутин ҡулға алынғас, сәхнә артында: “Уны “Яго” саҡты” тиәсәктәр.

Мөхтәр Мутин 1941 йылда, Татар академия драма театры актерҙарға иң мохтаж саҡта, Колымала барак менән тимер ҡапҡалар араһында һаҡсы эттәр ҡорбаны буласаҡ!

Мутин ҡулға алынғанда өлкән ҡыҙы Гөләндәмгә – 11, бәләкәс Дүзәгә 9 йәш тулған була. 1937 йылдың 1 ноябрендә ҡатыны Гөлсөм Ғүмәр ҡыҙы Йосопованы, “иренең контрреволюционер булыуы хаҡында хәбәр итмәүе сәбәпле”, төрмәгә бикләйҙәр.

…Гамлет — үҙе йәшәгән заманды хөкөм итергә хаҡлы шәхес. Йәнә лә ғәҙеллек өсөн үҙен ҡорбан итергә һәләтле берҙән-бер юғары хөкөмдар. Башҡорт һәм татар театрҙары сәхнәһендә Гамлетты Мутин нисә тапҡыр уйнағандыр – билдәһеҙ. Әммә хәҡиҡәт шул; Мутин үҙе йәшәгән заманды хөкөм итмәне, хөкөм итергә хаҡы бар саҡта ла. Ул ғәҙеллек өсөн үҙен ҡорбан иткән юғары хөкөмдарға әйләнде. Совет театры өсөн, башҡорт театры өсөн, татар театры өсөн.

Гөлсәсәк Саламатова, филология фәндәре кандидаты, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты

Просмотров (79)

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *